Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көслө ихтыярлы, ярҙамсыл кеше булған

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы янында үткән сарала Өфө хакимиәте вәкилдәре, студенттар, яугирҙең дуҫтары, туғандары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты. Максим Страупе 1997 йылдың 19 мартында Өфөлә тыуған. А.П. Гайдар исемендәге 47-се мәктәптә туғыҙ класты тамамлағандан һуң, әрме сафына юллана. Артабан контракт буйынса махсус тәғәйенләнештәге төркөм бүлексәһе командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Сүриә Ғәрәп Республикаһында хәрби бурыстар үтәй. Юғары күрһәткестәре өсөн миҙалдар, шул иҫәптән ”Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 2022 йылдың 10 сентябрендә махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Хеҙмәттәштәре фекеренсә, ул лайыҡлы, ихтыярлы, ярҙамсыл кеше булған. Бер нисә тапҡыр яралыларҙы артиллерия уты аҫтынан сығара. – Максимдың батырлыҡтарын, үҙ ғүмерен йәлләмәйенсә, башҡаларҙы ҡотҡарыуы тураһында беләбеҙ. Бөгөн беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ. Колледжға ингән һәр кем был мемориаль таҡтаташты күреп, геройҙар һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыуын аңлар, – тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев. Герой Максим Страупеға мемориаль таҡтаташ асыуға арналған тантаналы митинг бер минут тынлыҡ һәм сәскәләр һалыу менән тамамланды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты