Найти тему
Башҡортостан гәзите

Егет ике сараны ла иғтибарынан ситтә ҡалдырмаған

10 сентябрҙә Рәсәйҙә яугир-танкистар һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө танкистар сәйәси ваҡиғанан да ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Әлшәй районының Сураҡай ауылынан Ғәзим Ғаяз улы ике байрамды бер итеп ҡушып, һайлау участкаһына хәрби кейемдә һәм танкистарҙың флагын тотоп килеп, тауыш биргән. 2016-2018 йылдарҙа ул Сыбаркүл ҡалаһында 90-сы танк дивизияһында хеҙмәт итә. Үҙен хөрмәт иткән яугир-танкист булараҡ, ул танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һәр кем өсөн изге байрамды билдәләп, хеҙмәттәштәрен ҡотлай. Шулай уҡ һайлауҙы ла ҡалдырмай. Йәғни егет ике ҡуяндың ҡойроғон тотҡан. Автор: Фанүзә Сәләмова, "Альшеевские вести" гәзите.