Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә урып йыйыу кампанияһы барышы ҡаралды. Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, 11 сентябргә республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 2,7 миллион тонна тәшкил итеүе хаҡында хәбәр итте. – Иң юғары уңыш – Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары аграрийҙарында, улар гектарынан 27 центнерҙан ашыу йыя, – тине Илшат Фәзрахманов. – Май бирә торған культураларҙы һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Республиканың шәкәр заводтары сеймал ҡабул итә башланы ла инде. Вице-премьер әйтеүенсә, Башҡортостанда 2024 йылғы уңыш өсөн 324 мең гектарҙа ужым бойҙайы һәм арыш сәселгән, был пландың 54 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, хужалыҡтар яңы миҙгелгә яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ фонды әҙерләй. Яҡын арала Ауыл хужалығы министрлығы шулай уҡ киләһе йылда яғыулыҡ-майлау материалдарын тейешле һан менән тәьмин итеү өсөн тауар етештереүселәр исемлеген төҙөй башлай. Төбәк аграрийҙарының дизель яғыулығына ихтыяжы 180 мең тонна самаһы тәшкил итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.