Найти в Дзене

Алданған өлөшсөләр кәмей

11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүҙең “юл картаһын” тикшерҙеләр. 2023 йылдың сентябрь башына төбәктә уларҙың дөйөм һаны – 2,26 мең кеше. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин әйтеүенсә, 2018 йылда был күрһәткес 10 мең кешенән ашыу булған. – 2019 йылдан республикала 64 проблемалы йорт төҙөлөп бөттө. Бынан тыш, 3,4 мең өлөшсө дөйөм суммаһы яҡынса 9 миллиард һумлыҡ компенсация түләүҙәре алған. Был 8 меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтарын тергеҙергә мөмкинлек бирҙе, – тине Владислав Сидоркин. 2023 йылдың сентябрь башына төбәктә 31 “һаҡаллы” төҙөлөш ҡала. Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса “юл картаһы” бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, 12 объект республика иҫәбенә төҙөлөп бөтөп килә. Уларҙа 1,3 мең кеше торлаҡ аласаҡ. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөлә “Госстрой” компанияһы һәм “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексы йорттары хаҡында бара. Өлөшсөләр “Башинвестдом

11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүҙең “юл картаһын” тикшерҙеләр. 2023 йылдың сентябрь башына төбәктә уларҙың дөйөм һаны – 2,26 мең кеше. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин әйтеүенсә, 2018 йылда был күрһәткес 10 мең кешенән ашыу булған. – 2019 йылдан республикала 64 проблемалы йорт төҙөлөп бөттө. Бынан тыш, 3,4 мең өлөшсө дөйөм суммаһы яҡынса 9 миллиард һумлыҡ компенсация түләүҙәре алған. Был 8 меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтарын тергеҙергә мөмкинлек бирҙе, – тине Владислав Сидоркин. 2023 йылдың сентябрь башына төбәктә 31 “һаҡаллы” төҙөлөш ҡала. Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса “юл картаһы” бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, 12 объект республика иҫәбенә төҙөлөп бөтөп килә. Уларҙа 1,3 мең кеше торлаҡ аласаҡ. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөлә “Госстрой” компанияһы һәм “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексы йорттары хаҡында бара. Өлөшсөләр “Башинвестдом” компанияһынан һәм Өфө районының “Миловка паркы” торлаҡ комплексында торлаҡ алған тағы ла 11 йортҡа федераль Территорияларҙы үҫтереү фондынан аҡсалата компенсация аласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды федераль аҡса иҫәбенә Өфө районының Миловка ауылында “КилСтройИнвест” компанияһының һәм Өфөләге “Квартал”дың бер йортон төҙөүҙе тамамлай. Ике йортто өлөшсөләр булмау менән бәйле проблемалы объекттар реестрынан төшөрөп ҡалдырырға ниәтләйҙәр. Ә ҡалған өс йорт буйынса Федераль Территорияларҙы үҫтереү фондының Күҙәтеү советы 2023 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тиклем финанслау бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Былар Өфөнөң ике йорто – “Мәскәү” торлаҡ комплексында һәм “Маштехресурсы” компанияһынан, шулай уҡ Бүздәк ауылындағы “21-се трест” төҙөлөшкомплексы йорто. – Дөйөм алғанда, эште тейешенсә ойошторғандарын күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2024 йылға тиклем ошо мәсьәләне тулыһынса хәл итеү мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.