Ниндәй сәтләүектәр башты эшләтә? Сәтләүектәрҙе күпселек әсәйҙәр балаларына ашатырға ҡурҡа, сөнки улар ныҡ аллергия тыуҙырған һигеҙ ризыҡ исемлегенә ингән. Тап шул сәбәпле, уларҙы балаларға ашатыуҙы мөмкин тиклем һуңғараҡҡа ҡалдырырға тырышалар. Әммә педиатрҙар, киреһенсә, бала үҫкәндә сәтләүектең мөһим ризыҡтарҙың береһе булыуын билдәләй, иртәрәк ашата башлағыҙ, тип кәңәш итәләр, сөнки сәтләүектәр мейе үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты күтәрә, составында бала үҫкәндә бик кәрәкле сифатлы аҡһым булыуын билдәләйҙәр. Грек сәтләүеге - һалҡын тейеп ауырығанда дауалаусы. Шулай уҡ формаһы менән мейегә оҡшап торғас - мейегә ыңғай тәьҫир итә, аҡыл сәтләүеге лә, тиҙәр уны. Ысынлап та, был сәтләүек мейе эшмәкәрлегенә бик кәрәкле йодҡа, минералдарға, витаминдарға бай. Тик шуныһы: ҡан ойошоуы түбән осраҡта, тире ауырыуҙары даими йонсотҡанда, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре булһа, был сәтләүекте ашарға ярамай, ти белгестәр. Миндаль – зиһен асыҡлығы. Был сәтләүектә В, К, Е витаминдары «йәшеренгән», шулай у