Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың ауыл-ҡалаларында почта бүлексәләре селтәрен яңыртыуҙы тикшерҙеләр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төбәктә почта бүлексәләре әүҙем яңыра, тип хәбәр итте “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан буйынса идаралығы директоры Ленард Шафиҡов. Шулай, 2022 йылда 15 муниципалитетта 20 объект файҙаланыуға тапшырылды, уларҙың барыһы ла яңы форматта эшләй. 2023 йылға планда – тағы 35 бүлексәне яңыртыу. Республика был маҡсатҡа 238 миллион һум алды. – Республикала ауыл почта бүлексәләрен яңыртыу программаһы ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Ленард Шафиҡов. – Башҡортостан – Рәсәйҙең почта бүлексәләре һаны буйынса иң ҙур төбәге, уларҙың һаны – 1 280. Шул уҡ ваҡытта 80 проценттан ашыуы ауыл ерендә урынлашҡан – был 1,5 миллион кешене хеҙмәтләндергән 1 030 почта бүлексәһе. Яңыртылған офистарҙа ремонт эшләнгән, йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алынған. Ишек төбөндә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм коляскалы әсәләр өсөн па