"Банка эсендә уңыш" конкурсы ҡатнашыусыһы: "Мин Исҡужина Фәниә Мотығулла ҡыҙы бала сағым Күгәрсен районы Ураҡай, Игебай ауылында үтте. Ата-әсәйебеҙ дүрт балаға бәләкәй саҡтан хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Атайым Иҫәнбирҙин Мотығулла Хәмит улы Ураҡай мәктәбенең директоры булып эшләне. Беҙ бәләкәй саҡта уҡ, атайым питомниктан алма, сейә, крыжовник, һырғанаҡ алып ҡайтып ултыртып үҫтерҙек, йәшелсәләр ҙә күп уңыш бирә ине. Картуфты Ырымбур өлкәһенән килеп һатып ала торғандар ине. Беҙ күмәкләшеп сөгөлдөр ҙә, бесән дә саптыҡ һәм күбәләнек, урманға барып утын да эшләнек ул ваҡытта. Мәктәпте тамамлағас Өфө китапхана техникумында китапханасы һөнәрен үҙләштереп 41 йыл китапханасы, мөдир булып ең һыҙғанып эшләнем. Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡулынан "Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн" билдәһе менән бүләкләндем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары алдым. "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһе ижадсылары менән тығыҙ бәйләнештә эшлән