Көҙ миҙгеле башланды. Был ҡыҙыу мәлдә йәйге эштәргә йомғаҡтар яһайҙар, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек барышын барлайҙар. Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе лә ошо юҫыҡта эшләй. Бөгөн илдәге сәйәси ваҡиғаларға, ураҡ барышына тәүге йомғаҡтар яһалды, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ял көнөндә уҙған Берҙәм тауыш биреү көнөн Башҡортостан лайыҡлы үткәрҙе тине һәм һайлауға килгәндәргә рәхмәт әйтте, һайланған депутаттарға уңышлы эш теләне. 5-6 сентябрҙә Совет майҙанында үткән “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестиваленә лә йомғаҡ яһалды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара кешегә бик оҡшаны. Радий Фәрит улы киләһе йылда тамашасылар һәм ултырыу урындарын арттырырға, программаны киңәйтергә, ә фестивалде ике генә түгел, ә өс-дүрт көн дауамында үткәрергә тәҡдим итте. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәген асыу тураһында һөйләне. “Ниһайәт, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең үҙ майҙансығы барлыҡҡа килде, айырыуса уның йәш өлөшөндә. Яҡшы ремонт э