10 сентябрҙә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим көн булды – Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайланы. Берҙәм тауыш биреүҙә республика халҡы әүҙемлек күрһәтте һәм республиканың киләсәге өсөн үҙ өлөшөн индерҙе. 11 сентябрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары менән таныштырҙы. – Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау һәм урындағы һайлауҙар үтте, бөтәһе 778 һайлау кампанияһы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа кандидаттар биш партиянан сығыш яһаны. Был парламент партиялары: “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы, “Яңы кешеләр”, Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы. Ула