16 сентябрҙә “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә байрамдың йәш ҡунаҡтарына М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры тарафынан “Двойка, спички и пожар!!!” спектакле күрһәтеләсәк. Колька исемле малай икеле ала һәм, ата-әсәһен борсомаҫ өсөн, насар баһанан ҡотолорға ҡарар итә. Төрлө ысулдар ҡулланып, көндәлекте яндыра. Янғын ағаһы ҡунаҡҡа килгәс, баһалар бөтөнләй булмай. Был фәһемле әкиәттән йәш тамашасылар уйын формаһында нисек баһаларҙы төҙәтергә ярамай һәм йортта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген белә. Башлана 14: 00 сәғәттә. Уҙғарыу урыны: “Тылсымлы ихата” З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты ихатаһында. Йәш сикләнеше: 6+ "Әйҙә уйнарға" уйындар фестиваленең ентекле программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.балалар/ Фото: stylishbag.ru