Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сәләмәт кешеләр артыр

"Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә Әлшәй районы Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе өсөн яңы спорт ҡорамалдары һатып алынды. Был маҡсатҡа 300 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Спорт учреждениеһы шахматсылар өсөн яңы сәғәттәр һәм секундомерҙар, көрәшселәр өсөн ҙур гантелдәр, диск һәм грифтарҙы һаҡлау өсөн стеллаждар, плинттар, штанга, атлетика эскәмйәһе һәм ауыр атлеттар өсөн олимпия грифы алды. Хәҙер Әлшәй спортсылары өсөн спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ. – Әлеге ярҙам күберәк әлшәйҙәрҙе спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итер, тип ышанам. Республиканың Спорт министрлығы спортты үҫтереүгә аҡса бүлеүен дауам итә. “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә быйыл ғына 100 миллион һум бүленгән. Быларҙың барыһы ла граждандарыбыҙ сәләмәт булһын һәм спорт менән мауыҡһын өсөн, – тине Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әлшәй районы хакимиәте.