10 сентябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев видеоконференция тәртибендә төбәктәр менән Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Дмитрий Медведев билдәләүенсә, өс көн дауамында, 8 – 10 сентябрҙә, халыҡ губернаторҙарҙы, төбәк һәм урындағы кимәлдәге депутаттарҙы һайлаған. Ул шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһы нигеҙендә төбәккә төбәлгән һайлауҙар үткәргәнен иҫкә төшөрҙө. - Һайлауҙар үтте – “Берҙәм Рәсәй” лайыҡлы сығыш яһаны. Аңлы рәүештә участкаларға килгән граждандарға рәхмәт белдерәм. Хәҙер иң ҡатмарлы өлөш - вәғәҙәләрҙе үтәү - килә. Мандат алған, тейешле вазифа алған һәр кем үҙ вәғәҙәләренә тоғро ҡалыр һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһы менән етәкселек итер, тип ышанам, – тине Дмитрий Медведев. Партия рәйесе, тауыш биреү шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә үтте, ә депутат мандаттарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 100-ҙә
Радий Хәбиров: "Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй"ҙең уңышына ышанабыҙ"
10 сентября 202310 сен 2023
2 мин