Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡайһы партия иң күп тауыш йыйған?

Берҙәм тауыш биреү тамамланғас, “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә экзит-пул һөҙөмтәләре менән Розалия Яппарова таныштырҙы. Экзит-пулды Гуманитар тикшереүҙәр үҙәге ойошторған. Ул 10 сентябрҙә үткән. Унда һайлауҙан сыҡҡан һайлаусыларҙан һорау алғандар. Был эшмәкәрлек республиканың 104 һайлау участкаһында алып барылған, 30 мең кеше ҡатнашҡан, уларҙың 25-30 проценты “Ниндәй партия өсөн тауыш бирҙегеҙ?” тигән һорауға яуап биреүҙән баш тартҡан. Сара бөтә ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ойошторолған. – Тауыш биреү һөҙөмтәләре һорау алыу һандары менән 100 процентҡа тура килә тип әйтә алмайбыҙ. Экзит-пул һөҙөмтәһе буйынса “Берҙәм Рәсәй” – 48–68 процент, КПРФ – 10–21 процент, ЛДПР – 8-14, “Ғәҙел Рәсәй” – 8–13 процент, “Яңы кешеләр” - 2–4 процент. Һорау алыуҙа ҡатнашып, яуап биреүҙән баш тартҡан 30 процент һайлаусыларҙың кем өсөн тауыш биргәне билдәһеҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.