Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысоваға – 75 йәш!

АТАЙСАЛЫНЫҢ ТОҒРО ҠЫҘЫАшығамын. КешеләргәӘйтә торған һүҙҙәрем бар.Ашығамын. АлдарымдаАртылаһы үрҙәрем бар. Таныш һүҙҙәр, эйеме?.. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә апай Юнысова һүҙҙәренә танылған композиторыбыҙ Салауат Низаметдинов көй ижад итеп, инде башҡорт йыр донъяһында классикаға әүерелгән “Ашығамын” йырынан өҙөк ул. Был һүҙҙәр Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының тап үҙенә ҡағыла һымаҡ. Һәр эште осоп йөрөп тигәндәй башҡарған, ғәмәлде аҙағына еткермәйенсә тынғы тапмаған шәхес шул дәртен башҡаларға ла йоҡтороп, тирә-яғында ҡайнап торған мөхит тыуҙырыуға һәләтле. Редакцияға ла йылдам аҙымдар менән килеп инә халыҡ шағиры, ул килеү менән бүлмәгә ихласлыҡ, илһам тула. Бына әле лә, ғүмер үренә артылдырған тағы бер ҙур юбилейын ҡаршылағанда, ижади ҡомар менән яна-яна, яҙғандарын яратҡан уҡыусыларға китап-бүләктәр әҙерләп, мәж килеп йөрөгән мәле. Бер-бер артлы ике китап – "Рәхмәт, яҙмыш!" шиғырҙар йыйынтығын һәм рус телендә "Илһамлы яҙмыш" ("Вдохновленная судьба") китабын ҡулына алып, өсөнсөһөн – яҡташтарына арналған “Йөрәгемдә – тыуған ерем” тигәнен баҫтырырға йөрөгән әҙибәнең, мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, Матбуғат йортона килә һалып китеүенә, әҙгә генә булһа ла редакциябыҙға һуғылып, йәшерәк ҡәләмдәштәренә иғтибар күрһәтеп, күңелде осҡонландырыр һүҙҙәрен табып китеүенә һоҡланмаҫлыҡмы ни?! Теленән дә, ҡулынан да килә "Башҡортостан" гәзите редакцияһы Гөлфиә апайға ижад кешеһе булараҡ әҫәрҙәрен, мәҡәләләрен сығарған баҫма ғына түгел, журналист булып эш башлаған урыны булараҡ та яҡын. Сибайҙан Өфөгә саҡыртып алғастары, тап "Совет Башҡортостаны"нда уның тарихта ҡалған данлы баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев етәкселегендә эшләй ул. Артабан "Пионер" журналы хеҙмәткәре булғанда, унан 21 йыл "Башҡортостан ҡыҙы" журналына етәкселек иткәндә Матбуғат йорто баҫҡыстарынан нисә мең тапҡыр күтәрелеп, төшөп йөрөнө икән ул?.. Шундай күренеш күҙ алдына баҫа: бына етенсе ҡаттан, "Башҡортостан ҡыҙы" журналы ултырған ерҙән, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ҡойон кеүек өйөрөлөп төшөп килә (ун ҡатлы бинала лифт булһа ла, ниңәлер ул шунда ултырып йөрөмәгәндер кеүек – тауҙай өйөлөп торған ғәмәлдәреңде атҡарырға, шул арала ғаилә мәшәҡәттәренә лә ваҡыт бүлеп өлгөрөргә кәрәккән саҡта алтындай ваҡытыңды бер туҡтауһыҙ төрлө ҡаттар араһында йөрөп торған "транспорт"ты көтөүгә сарыф итәме ни кеше?!). Шул арала юлда осраған ҡәләмдәштәре янында туҡтап, ихлас мөнәсәбәтен күрһәтеп, хәлдәрен һорашып, пландары менән уртаҡлашып, ихлас көлөп, кәйефтәрен дә күтәреп өлгөрә. Гөлфиә апайҙың, ниндәй генә үрҙәргә үрләмәһен – Өфө ҡала советы депутаты булғанда ла, РСФСР-ҙың (аҙаҡтан Рәсәй Федерацияһының) халыҡ депутаты, Юғары Советы ағзаһы булып Мәскәүҙә эшләгәндәме, – һәр ваҡыт күңеле менән ихлас, ябай булып ҡалыуы, кешеләргә ярҙам ҡылырға ынтылыуы тураһында сала-сарпы ишетеп кенә түгел, ә уның ярҙамын тойған кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндән беләм. Хеҙмәт юлымдың башында, "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләп йөрөгәндә, ундағы апайҙарҙың элекке баш мөхәррирҙәрен гел йылы итеп, ихлас рәхмәт тойғолары менән телгә алыуҙарына шаһит булдым. Теленән дә, ҡулынан да килгән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы хеҙмәткәрҙәренең барыһын да фатирлы итеүгә өлгәшкән, ил тарҡалып, ауыр замандар кисергәндә лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаған, ғаиләләренең матди хәлен еңеләйтер өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Ошо изгелектәре өсөн замандаш хеҙмәттәштәре уға гел рәхмәт тойғоһо йөрөтә. "Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр" тигән халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрһәң, Гөлфиә апайҙың изгелеге тейгән тағы күпме ябай кешенең күңелендә һаҡланған ошо йылы тойғо был хөрмәтле шәхесте һаҡлап, яҡлап йөрөткәненә инанаһың. Был һүҙҙәрҙә – йөрәк ялҡыны Халыҡ шағирәһен шәхес булараҡ ҡылыҡһырлаған тағы бер сағыу миҫал бар. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы – атайсалының ысын патриоты, кендек ҡаны тамған ергә ғүмере буйы мөҡәддәс һөйөү йөрөткән, уның алдында үҙен ғәйәт яуаплы һәм бурыслы итеп тойған шәхес. Ғүмеренең ярты быуаттай өлөшө баш ҡалабыҙ менән бәйле булһа ла, ул һәр саҡ Әлшәйенең рәхмәтле балаһы, Һарышының яғымлы ҡыҙы булып ҡала. Яҡташтары, ауылдаштары йәшәйеше тураһында гел хәбәрҙар, йәнтөйәгенең уңыштарына үҙенекеләй шатланған, килеп сыҡмағанын шәхси уңышһыҙлыҡ булараҡ ҡабул иткән зат. Тыуған яҡтарын йәш Гөлфиә кеүек үк ихлас ярата, кешеләрен үҙ туғанылай яҡын күрә ул, ауылдаштарының береһен дә онотмай. Яҡташтары, ауылдаштары ла уға ошондай уҡ ихласлыҡ менән яуап бирә. Ана бит, күренекле ерҙәштәренең ғүмер байрамы – 75 йәшлек юбилейы етеп килгәнгә күрә нисегерәк ҡыуана, тантана итә улар! Әлшәй яғына барып, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына арнап үткәрелгән матур осрашыуҙарҙа ҡатнашып, ошо халәткә шаһит булырға яҙҙы. Әлшәй үҙенең илһамлы ижадсы ҡыҙын йәмле йәйҙә үк тәбрикләй башланы. Июль айында тыуған ауылы Һарышта уға арнап уҙғарылған ауылдаштар байрамында яҡташтарының һөйөүенә ҡойондо Гөлфиә апай. Ә күптән түгел Раевкала, үҙәк район китапханаһында ойошторолған сарала "затлы, ҡотло, бәрәкәтле, зауыҡлы, һоҡланғыс, зыялы шәхесебеҙ" тип гөр килеп ҡаршы алыуҙары, йөҙҙәрҙәге яһалма түгел, ә ысын, ихлас йылмайыу – бына ошоларҙы күрәһең дә, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның әлшәйҙәр өсөн ни ҡәҙәре үҙ, ҡәҙерле, яҡын икәнен тояһың. Илһамлы ижады, тырыш ижтимағи хеҙмәте менән абруй яулаған, дан ҡаҙанған олуғ шәхес кенә түгел ул яҡташтары өсөн, ә тап үҙҙәренеке, йөрәктәргә яҡыны, уларҙың Гөлфиәһе. Шағирәнең атайсалына тәрән һоҡланыу, һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын нисек ҡанатланып, сәхнә кешеләренән былай оҫта итеп уҡыны улар, сөнки был юлдарҙа ҡоро һүҙҙәр генә түгел, уларға йөрәк ялҡыны ҡушылған. “Илһамлы яҙмыш” әҙәби-музыкаль кисәһендә күңелдәрендә әҙәбиәткә, туған телгә һөйөү йөрөткән кешеләр – китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Лира” әҙәби клубы ағзалары йыйылғайны. Әҙибәне тәбрикләргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов килде, уларҙың сығышы шағирәгә сикһеҙ хөрмәт менән тулы ине. Кисәлә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының һеңлеләре – Зәйтүнә Даянова менән Гөлнәзирә Ғәлимуллина, класташы Салауат Фәйзуллин да ҡатнашты. Һәр бер сығыш яһаусы кисәнең сәбәпсеһенә күңелдәренән урғылып сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырышты, әҙәби берекмә ағзалары уға бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Әҙибә-яҡташтарына тәрән хөрмәтте лә әлшәйҙәр үҙенсәлекле итеп еткерҙе: йылы осрашыу барышында үҙәк китапханаға Гөлфиә Юнысова исеме бирелеүе тураһында иғлан ителде. Бына бит, Башҡортостанда хәҙер абруйлы әҙәбиәт, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең исемле китапханаһы бар! Матур хәбәрҙе йыйылған халыҡ дәррәү алҡыштар менән ҡаршыланы. Ә Ҡыпсаҡ-Асҡарҙағы осрашыу һуң? Бында ла Гөлфиә апай көтөлгән ҡунаҡ ҡына түгел, ә хөрмәт иткән, яратҡан туған тейеш кеше төҫлө. Туғанлыҡ ептәре лә төплө шул: ике һеңлеһе, Зәйтүнә менән Гөлнәзирә, ошонда килен булып төшкән, инде күпме ғүмер һуҡмаҡтары ошо ауылда үткән. Ауыл клубындағы кисә туғандар осрашыуы һымаҡ ине, әйтерһең, апай-һеңлеләр, еңгә-бикәстәр йыйылышҡан да бер-береһенә эс серҙәрен түгә. Бында Гөлфиә апай яңынан бала, үҫмер саҡтарына ҡайтты, хәтирәләрендә һөйөклө ата-әсәһе ҡосағына һыйынды, йәмле Дим буйҙарын буйланы, саф йәшлеген күҙ алдынан үткәрҙе, тормош юлдашы Мирас Хәмзә улы менән ғаилә ҡороп, улдары Артур менән Уралды ҡулға алыу шатлыҡтарын ҡайтанан кисерҙе. Барыһы ла тәбиғи, араларҙа һис бер кәртә юҡ, туйғансы хәтирәләргә сум, башҡаларға һөйләмәҫ сереңде ас, йырла, бейе! Үҙ йондоҙо бар! Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева етәкселегендәге “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле ифрат талантлы, халыҡсан сығыштары менән ҡыуандырҙы. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙарын тәбиғи ихласлыҡ менән уҡыһындармы, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарһындармы – бөтәһе лә был кисәгә айырым бер йылылыҡ, аһәң өҫтәне. Рәсми ҡыҫалар менән сикләмәгәнгәлер, ихласлыҡ менән һуғарылған был осрашыу күңелгә шифа булып ятты, май булып яғылды. Рухташтарҙың, серҙәштәрҙең бер-береһенә яҡынлығы ошондай булалыр ҙа инде! Ерҙәштәре менән осрашыуҙа ана шулай ысын халыҡ ҡыҙы, үҙ еренең тоғро, мөхәббәтле балаһы булып асылды халыҡ шағирәһе. Ошондай изге, саф тойғолар менән һуғарылғанға ла кешеләр уның ижадын ярата, шиғырҙарын яттан белә, йырҙарын йырлауҙан туҡтамай. Юбилейы айҡанлы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын йәндәй күреп яратҡан Өфөһө лә ҡыуандырҙы. Яҡташтары менән осрашып, күңелен бушатып ҡайтыуға, уны баш ҡалала матур хәбәр көтөп торған: ҡала Советы депутаттары ҡарары менән уға "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә инде райондың почетлы гражданы исемен әлшәйҙәр шағирәгә ун биш йыл элек биргәйне. "Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ла был донъяла алағайымға йәшәмәне: ғүмеренең иң дәртле, иң сағыу йәшлек йылдарын республика матбуғатына һәм йәмәғәтселек эшенә арнаны; халҡына әллә күпме шиғыр китабы һәм йырҙар бүләк итте; тормош юлдашы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев менән ҡарағайҙай улдар үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләште. Был ҡаҙаныштар, өлгәшелгән уңыштар аҙмы ни?!" – тип яҙғайны "Йырлы Дим ҡыҙы йәки Беҙҙә шағир шағир ғына түгел” тигән мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Үҙ еренең тоғро ҡыҙы, халыҡсан әҙибә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, һөйөклө әсәй, өләсәй – тормошона яҙған был вазифаларҙы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева йөрәгенең бар ялҡынын ҡушып, башҡаларҙы ла ялҡынландырырлыҡ итеп башҡарҙы һәм башҡарыуын дауам итә. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Шағирә! Ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, илһамлы ҡәләмегеҙ тынмаһын! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Һүрәттәрҙә: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына Өфө ҡала советы рәйесе М. Вәсимов почетлы исемде тапшыра (фотоһүрәт gorsovet-ufa.ru сайтынан алынды).Шағирәнең юбилейы айҡанлы тыуған яғында үткән осрашыуҙарҙан күренештәр.