Хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев Тәтешле егете сая Фәнис Хөсәйенов һәләк булған урындан үтеп барышлай видеояҙма төшөргән. Машинала Ильяс һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов позициянан ҡайтып килә. Рулдә - "Змей". Яугир уң яҡтағы юл ситендәге нығытмаларҙы күрһәтә-күрһәтә геройҙың һуңғы көнө тураһында һөйләй. Ильяс комментарийҙар менән видео төшөрә. Батырҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел. Киләсәктә Фәнистең исеме был яҡтарҙа лә мәңгеләштерелер. Яҡташтарыбыҙҙың был урынды хәтеренә, видеоға теркәп ҡуйыуы бик мөһим. Фото: Ф. Хөсәйеновтың шәхси архивынан. Видео: И. Батыргәрәев.