Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тупаҫ етешһеҙлектәр юҡ

Һайлау участкаларында хәлдәр нисек? Быны Йәмәғәт палаталары ағзалары үҙҙәре барып тикшергән һәм “Һайлау-2023” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингка килеп һөйләнеләр. Һуңғы яңылыҡтар менән Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова һөйләне. – Бөтә участка һайлау комиссиялары ла ғәҙәти тәртиптә эшләй, тупаҫ закон боҙоуҙар юҡ. Беҙҙең вәкилдәр 30 һайлау участкаһында булды. Бөтә ерҙә лә мөхит һәйбәт, кешеләр тауыш бирергә килә. Процесс туҡтамай, дауам итә. Кискә лә килеүселәр күп булыр тип уйлайбыҙ, – тине ул. БР Йәмәғәт үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәргә килгәндә, уларҙың күбеһе мәғлүмәт-аңлатыу характерында. Халыҡ ҡайҙа, ҡайһы адрес буйынса, ҡайһы ваҡытҡа тиклем тауыш бирә алыуын аныҡлай. Фото: Валерий Шахов.