Бөгөн республика яҙмышы өсөн битараф булмаған һәр кеше һайлау участкаһына барып, ҡарашын белдерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, был һайлау алдағы биш йылда беҙ төбәгебеҙҙең закондар сығарыу киләсәген билдәләйбеҙ – ниндәй закондар ҡабул ителәсәк, улар барыбыҙҙың да тормошона нисек йоғонто яһаясаҡ. – Бөгөн Башҡортостан Республикаһында мөһим сәйәси ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлау. Алдағы биш йылда беҙ төбәгебеҙҙең закондар сығарыу киләсәген билдәләйбеҙ – ниндәй закондар ҡабул ителәсәк, улар барыбыҙҙың да тормошона нисек йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә һәр беребеҙ ҡабул иткән ҡарарҙың мөһимлеге тураһында һөйләргә лә кәрәкмәй. Мин үҙем ҡарашымды белдерҙем. Үҙемде һәр ваҡыт һайлауҙарға йөрөгәнемде хәтерләйем – тәүҙә ата-әсәйемә иптәш булып бара инем, ҡыҙыҡлы булды. Үҙем һайлаусы булғас, һәр ваҡыт ошо хоҡуҡтан файҙаланам. Беҙ үҙебеҙҙең киләсәкте булдырабыҙ. Дуҫтар, һеҙ ҙә һайлау участкаһына килегеҙ һәм тауыш бирегеҙ. Бөтә һайлау участкалары ла 21-00-гә тиклем эшләй, – тине Рөстәм Ғәзизов. Фото: Рөстәм Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.