Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Фәтхулла бабай Юламанов бер ҡасан да һайлауҙарҙы ҡалдырмаған, быны ул үҙенең мөһим гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләй. Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына тиклем Фәтхулла Әғлиулла улын ҡыҙҙары Гөлшат менән Гүзәл һәм кейәүе Далха оҙатып килгән. “Һуңғы ваҡытта уның аяҡтары ауырта, һуғышта алған йәрәхәттәре үҙе тураһында белдерә. Беҙ уға өйҙә генә көт, комиссия ағзалары үҙҙәре килеп тауыш бирҙерәсәк тинек. Тик ул ҡәтғи рәүештә үҙем барам тине һәм һүҙендә торҙо”, – ти ҡыҙы Гүзәл. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Фәтхулла Юламанов өлкән йәшенә ҡарамай көн һайын йәйәүләп йөрөп килә, район сараларында ҡатнаша. Уны Аҡъярҙа бөтәһе лә белеп, танып тора. Уның кеүек Ватанды һаҡлау һәм аҙаҡ тергеҙеүгә ҙур өлөшөн индергән кешеләр ил өсөн мөһим сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай. Фото: “Хайбуллинский вестник”