Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ваҡыттың тар, араның йыраҡ булыуына ҡарап тормай"...

Һәр әүҙем ҡарашлы кеше бөгөн һайлауҙа ҡатнашырға тырыша. Уларҙың береһе – Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов. Ул – гражданлыҡ бурысын тыуған яғында, Ишембай районында башҡарған. “Бөгөн Рәсәйҙә мөһим сәйәси ваҡиға – Берҙәм тауыш биреү көнө. Мин, әүҙем ҡарашлы кеше булараҡ, унан ситтә ҡала алманым, әлбиттә. Һайлай торған участкам - тыуған Ишембай ҡалаһында. Ваҡыттың тар һәм араның йыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, тыуған яғыма ҡайтып әйләндем һәм гражданлыҡ бурысын үтәнем. Һеҙҙе лә, дуҫтар, был саранан ситтә ҡалмаҫҡа һәм һайлауға барырға саҡырам. Әле ваҡыт бар, участкалар кискә тиклем асыҡ. Үҙебеҙҙең һайлауҙы яһайыҡ һәм киләсәкте бергә булдырайыҡ”, – тине ул. Фотолар: "Бәйләнештә".