Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Роберт тауыш биреүҙә ҡатнашыуына шатлана

Стәрлетамаҡтан Роберт Сафинға йәй көнө 18 йәш тулған һәм бөгөн уның тәүге һайлауы. Үҫмер – тыуғандан алып инвалид, ул өйөндә тауыш бирә. Роберт 9-сы класты тамамлаған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре арҡаһында артабан уҡый алмаған. Тик ул ихласлығы, тормошто яратыуы менән айырылып тора. – Улым концерттарҙа һәм кинола булырға, сәйәхәт итергә ярата. Беҙ уның менән диңгеҙгә лә барабыҙ, – ти Роберттың әсәһе Гүзәл Сафина. – Ә бөгөн һайлауҙа ул әүҙем гражданлыҡ позицияһы булғаны өсөн тауыш бирә. Был да тормошто яратыу төрө. 2890-сы һайлау участкаһы ағзаһы Светлана Кааба ла Рроберт менән танышыуына ҡыуана. – Робертҡа үҙенә ҡарата булған иғтибар оҡшай. Беҙ уға ябай ғына открытка бүләк иттек, ул уға шул тиклем ҡыуанды. Әсәһе уны ярты һүҙҙән аңлап тора һәм ярҙам итергә әҙер. Егет йылы ғаилә мөхитендә үҫә, – тигән ул. Светлана үҙе һирәк һөнәр эйәһе, ул провизор. Бөгөн һайлауҙа күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашыу тураһында ҡарарын ул былай тип аңлата: – Күҙәтеүсе булырға әхирәтем кәңәш итте һәм мин ризалаштым. Тауыш биреп, беҙ үҙебеҙҙең аңлы һайлауҙы эшләйбеҙ, үҙебеҙ һәм балаларыбыҙ өсөн киләсәкте һайлайбыҙ. Ҡала халҡы һайлауға әүҙем килә. Үҙемдең эшем менән тыуған республикабыҙ үҫешенә өлөш индергем килә, – ти ул. Фото: "Стерлитамакский рабочий"