Һайлауға һәр кем үҙенсә әҙерләнеп бара. Мәҫәлән, Ишембайҙа йәшәгән Смирновтар һайлауға бөтә ғаиләһе менән, йәғни ун кеше булып килгән. Ошо хаҡта беҙҙең коллегабыҙ Роман Якимчук “Башинформ”дағы яҙмаһында уртаҡлашты. “Смирновтарҙың күп балалы ғаиләһе: ике өлкән кеше һәм уларҙың һигеҙ балаһы, шуларҙың алтауһы – тәрбиәгә алынған, Ишембайҙа һайлау участкаһына тулы составта килгән. Ата-әсәһе Сергей Һәм Александра әйтеүенсә, улар бәләкәйҙән балаларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләй. Һайлауға бөтә ғаилә менән беренсе тапҡыр киләләр: ата-әсәләр тауыш биреүҙең нисек үтеүен күрһәтергә ҡарар итә. "Беҙҙең ғаиләлә тауыш биреүҙең нимә икәнен беләләр, сөнки бөтә ҡарарҙарҙы бергәләп ҡабул итәбеҙ, - тип һөйләне Александра Смирнова. - Балаларыбыҙҙы социаль яҡтан әүҙем үҫтерергә тырышабыҙ, уларға һайлауҙарҙың мөһимлеге хаҡында һөйләйбеҙ”. Арина Любчикова фотоһы.