Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ялға ҡайтҡан яугир бурысын үтәгән

Башҡортостанда тауыш биреү дауам итә. Бүздәк районында тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир тауыш биргән. Фәнил З., Бүздәк районының Өстүбә ауылынан махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса китә. Бөгөн ул тыуған ауылына ялға ҡайтҡан. Ә был көн тауыш биреү көнө менән тура килгән. Районда бар республика халҡы кеүек үк Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һәм бер ауыл советына депутаттар һайлайҙар. Яугир ҡайтыу менән һайлау участкаһына барған һәм үҙенең тауышын биргән. Участка һайлау комиссияһы ағзалары уны герой кеүек ҡаршы алған. Ир туғандары менән генә түгел, ә һайлау участкаһында ауылдаштары менән дә аралашып өлгөргән. Ул - барыһы өсөн дә ысын патриотизм өлгөһө. Фото: "Буздякские новости"