Бөгөн көндөҙ “Һайлау-2023” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға үҙ кандидатарын тәҡдим иткән партиялар вәкилдәре булды һәм һайлау барышы тураһында һөйләне. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов республикала һайлауҙарға бәйле хәлде яҡшы, тотороҡло тип атаны. “Бынан алдағы һайлау менән сағыштырғанда һайлаусыларҙың әүҙемлеге, минең ҡарашҡа, артҡан. Тауыш биреү аҙағына тиклем тағы бер нисә сәғәт ҡалды, тауыш бирергә килеүселәр һаны тағы ла күберәк булыр, тип уйлайым. Дәүләт Йыйылышы депутаттарының яңы составына, партияға ҡарамайынса, закондар сығарыу эшмәкәрлегенә иғтибарҙы йүнәлтергә, һайлаусыларыбыҙҙың ихтыяждарына тап килгән ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Дөйөм алғанда һайлау тотороҡло, уңайлы шарттарҙа уҙғарыла”, – тине ул. “Ғәҙел Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Владимир Нагорный, киреһенсә, халыҡтың һайлауҙарға ҡыҙыҡһыныуы кәмей, тип иҫәпләй. “Һайлауҙар тыныс үтә, әммә һайлауға килеү күрһәткесе буйынса фекер йөрөткәндә, халыҡтың уларға ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Беҙ үҙ программабыҙҙы дебаттар ваҡытында презентацияланыҡ, әммә уны тулыһынса асыу өсөн ваҡыт әҙерәк булды. Партия вәкилдәренең дебаттары һайлаусы өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш”, – тине Владимир Нагорный. “Родина” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Михаил Коровин тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлауға килеү күрһәткесенең юғары булыуын көтә. – Беҙҙең күҙәтеү буйынса, кешеләр тауыш биреүгә әүҙем бара, һайлау участкалары буш тормай. Минеңсә, һөҙөмтәлә кеше күп килер, – тине ул. Фото: "Башинформ".