Найти в Дзене

"Һәр саҡ илдәге ваҡиғаларҙы күҙәтеп барам"

Бөгөн Башҡортостан халҡы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлай. Иртәнге сәғәт 7-нән Баймаҡ районының барлыҡ 75 һайлау участкаһы эшләй башланы. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашҡына. Иҫәнбәт ауылындағы 1050-се участкаһында Берҙәм һайлау көнө ойошҡанлы бара. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Вәлимә Фәйзуллина етәкләгән комисссия бындай кампанияларҙы һәр ваҡыт тейешле кимәлдә атҡарып сыға. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл орден һәм Ленин ордены кавалеры 88 йәшлек Ҡорбанғәле Ниғмәт улы Илбулов та был юлы ла иң тәүгеләрҙән килеп үҙ тауышын бирҙе. "Мин үҙемдең тауышымды иң лайыҡлылар өсөн бирҙем. Һәр саҡ илдәге ваҡиғаларҙы күҙәтеп барам, гәзит-журналдар алдырам, китаптар уҡыйым. Һайлауға үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡатнашмай ҡалғаным юҡ. Был һәр кемдең гражданлыҡ бурысы", -ти аҡһаҡал. Һайлауға иң беренсе килгәндәргә, иң йәш һайлаусыларға бында бүләктәр ҡаралған. Сәйәси кампания тыныс шарттарҙа үтә. Фото: Иҫәнбәт ауылы төркөмөнән