“Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сәйәси эксперттар менән брифингтар дауам итә. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат Йәнгиров башҡорт телендә быйылғы тауыш биреүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. – Быйылғы һайлауҙы алдағы йылдарҙа буласаҡ Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына репетиция тип атарға була. Беҙҙең әлегә тиклем эшләгән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бик матур эшләне. Был йылдарҙа ҡатмарлыҡтар байтаҡ булды – коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция башланды. Был нимәгә килтерҙеме? Беҙҙең партияларҙың ҡараштары ҡайһы бер мәсьәләләрҙә айырылһа ла, улар берләште, матур итеп бергә эшләй башланы, – тине ул. Азат Вәзир улы фекеренсә, республика парламенты яҡынса 50 процентҡа яңырасаҡ һәм ныҡ ҡына йәшәрәсәк, сөнки йәш кандидаттар күп. – Быйыл иң йәш кандидатҡа 23 йәш, шулай уҡ утыҙға тиклем дәғүәселәр байтаҡ. Йәштәр артһа, тимәк яңы ҡараш, яңы һулыш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, тәжрибәле депутаттарҙың да парламентта булыуы мөһим. Беҙҙә традицион эш
Азат ЙӘНГИРОВ: Парламент 50 процентҡа яңырыр тип көтәбеҙ
10 сентября 202310 сен 2023
2 мин