Мәсетле районының Яуыш ауылы ағинәйҙәре боронғо йолаларҙың береһе – һарыу ҡырҡыу өмәһен башҡарған. “Һарыҡ йөнө быйыл күп һәм таҙа, уның шифаһы ла ҙур. Элегерәк ата-бабаларыбыҙ яра булған урындарға таҙа һарыҡ йөнөн һалған, һарыҡ йөнө тиҙ арала бөтәштергән. Ә хәҙер беҙҙең өләсәйҙәребеҙ бил, аяҡ, ҡулдарының һыҙлаған урындарына бәйләйҙәр. Яланаяҡҡа һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаштарҙы кейһәң, аяҡтарҙы йылыта”, – тип яҙҙылар Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә. “Иҫән-һау үҙебеҙҙең мәнфәғәтебеҙгә яҙһын, Аллаһ бирһә, йөнөнән кейеҙ баҫырбыҙ, ойоҡтар бәйләрбеҙ”, – изге теләктәр теләп атҡарып сыҡтылар эштәрен. Сығанаҡ: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө. Фото: видеонан скриншот