Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ни өсөн һайлауҙа ҡарабойҙай таратмайҙар?

Башҡортостанда бар илдәге кеүек үк тауыш биреү дауам итә. Билдәле булыуынса, бөгөн беҙ биш йылға VII саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлайбыҙ. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Межгорье ябыҡ административ округы, Шишмә һәм Приют ҡасабалары, шулай уҡ төбәктең ҡайһы бер ауыл биләмәләре советтарына урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлана. “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Бында даими рәүештә тауыш биреү барышы тураһында һуңғы мәғлүмәт бирелеп тора. Әлеге ваҡытта Йәмәғәт палатаһының колл-үҙәге эшенә яуаплы Анна Сучкова кешеләрҙең ниндәй һорауҙар буйынса шылтыратыуы тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, 14 сәғәткә 15 шылтыратыу ҡабул ителгән. – Халыҡты башлыса уларҙың һайлау участкаһы ҡайҙалығы, тауыш биреү ваҡыты ҡыҙыҡһындыра. Бер кеше шылтыратып, тауыш биреү өсөн өйөнә килеүҙәрен һораны, сөнки ул сирләп киткән. Был мәғлүмәтте уның һайлау участкаһына тапшырҙыҡ. Йәш кешеләр ҙә шылтырата, улар йәшәү урынын үҙгәрткән һәм ҡайҙа тауыш бирергә тип һораны. Ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоуҙар, етешһеҙлектәр тураһында мөрәжәғәттәр булманы, – тине Анна Сучкова. Әйткәндәй, колл-үҙәккә ғәҙәти булмаған һорауҙар ҙа килгән. Бер кеше, мәҫәлән, ни өсөн ҡарабойҙай таратмайҙар тип һораған. Икенсе берәү электр насар яҡтырта тип ялыу иткән. Был хәлде комиссия ағзалары асыҡлаған, ул кешегә икенсе кабинкаға инеп тауыш бирергә тәҡдим иткәндәр. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.