Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яуға китте егеттәр

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған хәрбиҙәрҙе махсус хәрби операцияһы биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, улар өйҙәренә ҡайтып ҡыуанған, ғаиләләре менән ваҡыт уҙғарған, балаларҙың үҫкәнен күргән, ата-әсәһен ҡыуандырған. "Беҙҙең хеҙмәттә барыһы ла һәйбәт, барыһы ла етә. «Гуманитар ярҙам» даими килә – республика ярҙамынан башҡа беҙ быны эшләмәҫ инек», — ти яугирҙәрҙең береһе. "Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән мин сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм сәләмләйем. Ғаиләләрегеҙ генә түгел, тотош республика һәм тотош ил һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙ тағы ла иң ҡатмарлы хәрби заданиеларҙы хәл итергә, Ватанды ҡыйыу яҡларға китәһегеҙ. Белегеҙ, егеттәр, һеҙ хеҙмәттә булғанда, республика һеҙҙең ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ, һеҙҙең турала ла хәстәрлек күрәсәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Ике аҙна һайын махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар автоколонналар ебәрелә. 15 сентябрҙә сираттағыһы юлға сығасаҡ, унда 20-гә яҡын йөк машинаһы булыр тип көтөлә. Ирек Сәғитов билдәләүенсә, әлеге көнгә тиклем Башҡортостандан меңдән ашыу хәрби дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. «Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Өйҙә иҫән-һау көтәбеҙ. Хеҙмәт урынына имен-аман барып етеүегеҙҙе теләйем. Донбассты азат иткән олатайҙарыбыҙҙың, генерал Шайморатовтың эшен лайыҡлы дауам итегеҙ», — тине Ирек Сәғитов. Фотолар “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.