Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һайлау тураһында фекерҙәрен белдерҙе

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау үтә. Тауыш биреү төбәктең барлыҡ муниципалитеттарында бара, ул ҙур һайлау кампаниялары циклын асасаҡ – 2024 йылда беҙ ил Президентын һәм республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Был юлы һайлауҙар бер көн дауам итә. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн һайлау участкаһын Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һайларға мөмкин, ә хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, оло йәштәге һайлаусылар өсөн өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге бар. Беҙҙең Республика закондар сығарыу Йыйылышында байтаҡ сәйәси төрлөлөк бар —«парламент» партиялары ғына түгел, бәләкәй партияларҙың бер нисә вәкиле, бойондороҡһоҙ кандидаттар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти эшкә ҡамасаулаусы партия-ара аңлашылмаусанлыҡтар юҡ тиерлек — бөтә сәйәси көстәр республиканың сәйәси етәкселеге менән конструктив үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән. Былтыр беҙгә йәнә иҡтисадты тотороҡландырыу, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса саралар күреү кәрәклеге килеп тыуҙы. 2022 йылда ғына Хөкүмәт Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышына — Ҡоролтайға 45 закон проектын тәҡдим итте, шуларҙың һигеҙендә кризисҡа ҡаршы саралар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам пакеттары булды. Уларҙың барыһы ла закон статусын алған. Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылышына һәм шәхсән үҙем Константин Борисович Толкачевҡа һөнәренә тоғролоғо һәм оҫталығы өсөн рәхмәтемде белдерәм. Депутат эшенең бөтә этаптарын муниципаль кимәлдән федераль кимәлгә үтеп, был эштең ни тиклем ентекле һәм яуаплы булыуын үҙем беләм. Депутаттар менән берлектә беҙ көн һайын граждандар алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙең хоҡуҡи базаһын, тышҡы тетрәнеүҙәргә ҡаршы иҡтисад тотороҡлоғон булдырабыҙ. Яңы саҡырылыш менән шунда уҡ һөҙөмтәле һәм файҙалы эш төҙөрбеҙ, тип ышанам. Кандидаттар исемлеген ҡарап, киләсәк состав йәштәрҙән тора, был эшебеҙгә өҫтәмә энергия бирәсәк. Беҙҙең уртаҡ маҡсатыбыҙ бар – Башҡортостанды йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк итеү. Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.