Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Дәүләт өсөн ауыр заманда барыбыҙ ҙа берләшергә тейешбеҙ"

Башҡортостанда тауыш биреүҙең тәүге дүрт сәғәте тыныс үтте. Ҡала һәм райондарҙың киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре һайлау участкаларында булған иң ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе еткерә. Тауыш бирергә тәүгеләрҙән булып Талбазы ауылының өлкән быуын вәкилдәре килде. Шуларҙың береһе – Рафиҡова Мәүзәнә Асҡар ҡыҙы, күптән түгел генә 95 йәшен билдәләгән. Ул был көндөң республикабыҙҙың киләсәге өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлай, шуға күрә һайлауҙарға гражданлыҡ бурысын үтәүгә ҙур ҡыуаныс менән килгән. Баҡалы районында тәүгеләрҙән булып күп балалы Яҡуповтар ғаиләһе килгән. Зөлфиә менән Руслан Илназ, Радмир, Марат исемле өс ул тәрбиәләйҙәр. Һайлауҙан һуң ғаилә ауылда йәшәгән өләсәй-олаталарына ярҙамлашырға юл тотҡан тип хәбәр итә “Баҡалы хәбәрҙәре” гәзите. Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылындағы һайлау участкаһына 85 йәшлек Рәхмәтуллин Нәҡипйән Ниғмәтулла улы ла килгән. Ул бер ваҡытта ла һайлауҙарҙан ҡалғаны булмаған. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Стәрлебашта тәүгеләрҙән булып 1937 йылда тыуған Ғәбиҙуллина Венера Ғайфулла ҡыҙы тауыш биргән. Уға 86 йәш. Иң әүҙем һайлаусыларҙың береһе булараҡ участкаға гел беренселәрҙән килә. Баймаҡ районында иһә һайлау аяттан башланған. Имам-хатип Мазһар Сәлихов дини йоланы атҡарған. Йылайыр районының Матрай ауылында участка комиссияһы ағзалары милли кейемдәрҙә эшләй. Урындағы халыҡҡа был башланғыс оҡшап ҡалған һәм һайлау участкаларына улар ҙа милли кейемдәрен кейеп килгән. Шишмә районында тәүгеләрҙән булып Пенза ауылында йәшәүсе 61 йәшлек Рәмил Вәлиуллин тауыш биргән. Һайлау участкаһы уларҙың ауылынан дүрт километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға ҡарамаҫтан Рәмил Вәлиуллин тәүге һайлаусы булған. - Һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк тип уйлайым, сөнки һәр тауыш мөһим. Машина йүгереп тора, килеүе бер ни түгел. Ауылда беҙ иртә тороп өйрәнгән, - ти ул. Шулай уҡ Шишмәлә 84 йәшлек отставкалағы майор Фаил Нурғәлин ҡатыны менән тауыш биргән. – Күп нәмә һайланған депутаттарға бәйле буласаҡ. Дәүләт өсөн ауыр заманда барыбыҙ ҙа берләшергә тейешбеҙ. Еңеү беҙҙеке булырын яҡшы беләм. Хәйер, кешеләр һайлауҙарға яуаплы ҡарай, - ти ул. Фаил Нуриәхмәт улы хәрбиҙәр династияһынан. Ғаиләлә туғыҙ кеше Ватанға хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә Нурғәлиндәр улдары Ринат Фаил улы хеҙмәт иткән часть командованиеһынан рәхмәт хаты ала. Ринат Фаил улы хәрби бурысын Донецк Республикаһы биләмәһендә үтәй. Нурғәлиндәрҙең ейәндәре лә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Участкаларға мөмкинлектәре сиклеләр ҙә килә. Республикала 230 мең һайлаусының мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе участкаға килеп тауыш биреүҙе үҙ итә. Стәрлетамаҡ районында һайлауға иң беренсе булып килгәндәргә шәрбәт бүләктәр ҙә таратҡандар. “Гражданлыҡ бурысымды ла үтәнем, сәй эсергә күстәнәсле лә булдым”, - тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова. Илеш районында һайлау участкалары алдында көҙгө йәрминкәләр ойошторолған. Алда әйтеп үтеүебеҙсә, Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө үтә. Республика халҡы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлай. Шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау үткәрелә.Фотолар ҡала һәм район гәзиттәре сайттарынан алынды.