Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айыу һыйырға ташланған

Мәләүез районының Сергеевка ауылы янында айыу һыйырға һөжүм иткән. Шаһиттар йыртҡыстың һөжүм иткән мәлен төшөрөп камераға алған. Көтөүҙе ауыл халҡы алмашлап көтә икән. Урман араһында тыныс ҡына ашап йөрөгән малдарға айыу һөжүм итә. Көтөүсе тәүҙә урман хужаһын ҡурҡытыр өсөн машинаны ҡысҡырта, һуңынан төшөп, йыртҡысты күҫәк менән өркөтә. Быға яуап итеп айыу урмандан бер нисә тапҡыр ҡысҡыра. Йәрәхәтләнгән һыйыр иҫән ҡалған. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урынбаҫары Камил Биргулиев аңлатыуынса, ғәҙәттә, йәш ярымлыҡ айыуҙар кешенән ҡурҡмай. Тап улар ҡала һәм ауылдарға инеүҙән хәүефләнмәй. Олоғая бара айыу кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша. - Республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - ти Камил Биргулиев. Тораҡ пункттарға ингән йыртҡыстарҙы күрһәгеҙ, шунда уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур хеҙмәткәренә шылтыратып +7 (347) 218-04-30, шулай уҡ 112 һандарын йыйып хәбәр итегеҙ. Видео һәм фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.