Һайлау барышын халыҡҡа ваҡытында еткереп торор өсөн Үҙәк һайлау комиссияһында бер нисә сәғәт һайын матбуғат конференциялары үтеп тора. БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата Башҡортостанда һайлаусыларҙың 29,6 проценты тауыш биргән. Был - 885 883 кеше. 29 районда һайлаусыларҙың 40 проценттан ашыуы тауыш биргән. Балтас, Баҡалы, Тәтешле, Ҡалтасы, Борай һәм Ейәнсура райондарында – 50 проценттан ашыу. Ҡала халҡы араһында Сибай менән Стәрлетамаҡ иң әүҙемдәре. Һайлаусыларҙың 33 проценты һәм 31 проценты тауыш биргән. Өфөлә Ленин һәм Дим райондары алда бара, унда һайлаусыларҙың 21 проценты тауыш биргән. Фото: "Башинформ".