Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн, һис шикһеҙ, мөһим көн

Бөгөн, 10 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны менән бергә республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Улар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. – Бөгөн, һис шикһеҙ, мөһим көн. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ғына һайлау бармай, ауыл биләмәләренең бөтә депутат корпусы тиерлек үҙгәрә, ә был - 7135 депутат мандаты. Уҙған саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әүҙем, конструктив, бик аҡыллы булды, минеңсә, беҙ конструктив эш төҙөй алдыҡ, коронавирус менән көрәштә лә, санкция баҫымы шарттарында ла бик тиҙ һәм ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Шуға күрә, әлбиттә, лайыҡлы кешеләрҙең килеүен көтәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ. #БашкортостанВыборы2023