Найти в Дзене

Сәйәси ваҡиғалар ҙа һайлауға йоғонто яһай, ти эксперт

Политолог, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Сергей Лаврентьев (фотола һулдан икенсе) “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһап, республикала ағымдағы һайлау кампанияһының үҙенсәлектәрен атаны. Уның фекеренсә, был йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгө осороноң үҙенсәлегенә бәйле. “Әле ауыр ваҡыт, махсус хәрби операция бара. Күптәрҙең был мәсьәләгә ҡағылышы бар. Был һайлау кампанияһына ла йоғонто яһай. Мин бөтә сәйәси партияларҙы дөйөм платформа берләштергәнен күрәм, киҫкен сәйәси формала ҡаршылыҡ булманы. Партия программаларының нескәлектәре булһа ла, бындай берҙәмлектең нигеҙе булып патриотизм тора. Ошо уҡ нигеҙҙә йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеге үҫә”, - тип билдәләне Сергей Лаврентьев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 10 сентябрҙә, Башҡортостан халҡы вәкәләттәре биш йыл дауам итәсәк VII саҡырылыш Башҡортостан Респкубликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнө сиктәрендә Межгорье ябыҡ административ округы, Шишмә һәм Приют ҡ

Политолог, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Сергей Лаврентьев (фотола һулдан икенсе) “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһап, республикала ағымдағы һайлау кампанияһының үҙенсәлектәрен атаны. Уның фекеренсә, был йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгө осороноң үҙенсәлегенә бәйле. “Әле ауыр ваҡыт, махсус хәрби операция бара. Күптәрҙең был мәсьәләгә ҡағылышы бар. Был һайлау кампанияһына ла йоғонто яһай. Мин бөтә сәйәси партияларҙы дөйөм платформа берләштергәнен күрәм, киҫкен сәйәси формала ҡаршылыҡ булманы. Партия программаларының нескәлектәре булһа ла, бындай берҙәмлектең нигеҙе булып патриотизм тора. Ошо уҡ нигеҙҙә йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеге үҫә”, - тип билдәләне Сергей Лаврентьев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 10 сентябрҙә, Башҡортостан халҡы вәкәләттәре биш йыл дауам итәсәк VII саҡырылыш Башҡортостан Респкубликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнө сиктәрендә Межгорье ябыҡ административ округы, Шишмә һәм Приют ҡасабалары, шулай уҡ төбәктең ҡайһы бер ауыл биләмәләре советтарына урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай. Һайлаусы, һеҙҙе участка һайлау комиссияларында көтәләр! Фото: Башинформ.