Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәр ваҡыт үҙ бизнесын башларға хыялланған

Стәрлетамаҡ районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Элеонора Ғәлимова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районында йәшәгән Лариса Христофорова һәр ваҡыт үҙ бизнесын башларға хыялланған. Ул официанттан алып үҙенең йәмәғәт туҡланыуы селтәренә тиклем юл үткән. Химик-технологик техникумды тамамлағандан һуң тәжрибә туплағас, үҙ эшен асырға була. Тәүҙә ҡуртымға палатка (шатер) ала, аҙаҡ вагон-беседка урынлаштыра. Бөгөн Лариса Христофорованың өс дөйөм туҡланыу урыны бар. Улар араһында - Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 124-се саҡрымында тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафе, эргәһендә бер нисә ҡунаҡхана бүлмәһе бар. Эшҡыуарҙа 40 кеше эшләй. Уның предприятиеһы пандемия ваҡытында ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам

Стәрлетамаҡ районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Элеонора Ғәлимова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районында йәшәгән Лариса Христофорова һәр ваҡыт үҙ бизнесын башларға хыялланған. Ул официанттан алып үҙенең йәмәғәт туҡланыуы селтәренә тиклем юл үткән. Химик-технологик техникумды тамамлағандан һуң тәжрибә туплағас, үҙ эшен асырға була. Тәүҙә ҡуртымға палатка (шатер) ала, аҙаҡ вагон-беседка урынлаштыра. Бөгөн Лариса Христофорованың өс дөйөм туҡланыу урыны бар. Улар араһында - Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 124-се саҡрымында тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафе, эргәһендә бер нисә ҡунаҡхана бүлмәһе бар. Эшҡыуарҙа 40 кеше эшләй. Уның предприятиеһы пандемия ваҡытында ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам иткән. Былтыр Лариса Христофорова эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса муниципаль программа сиктәрендә 1,5 миллион һум күләмендә сығымдарҙы ҡаплауға субсидия алған. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.