Тәтешле районында автоклуб белгестәре тамашасыларға “Көҙ моңдары” концерт программаһын тәҡдим итте. Тәтешле районында Күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк – “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса һатып алынған ауыл-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге автоклубы әүҙем гастролдәрҙә йөрөй. Был юлы автоклуб белгестәрен Мәнәгәз ауылында түҙемһеҙлек менән көтәләр ине. Артистар тамашасылар өсөн “Көҙ моңдары” концерт-күңел асыу программаһын әҙерләне. Сәхнәлә райондың художестволы үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙың башҡарыуында моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр яңғыраны. Сара ауыл халҡы өсөн генә түгел, автоклуб белгестәре өсөн дә ысын байрамға әүерелде. "Беҙҙең ауыл бәләкәй, йәштәр әҙ, башлыса өлкән быуын кешеләре. Беҙҙә үҙ мәҙәниәт учреждениеһы юҡ, элек күрше Сәүкияз ауылына концерттарға йөрөнөк. Хәҙер һаулыҡ та насар, ә күңелгә барыбер йыр-моң һәм байрам кәрәк. Артистарға был бүләк өсөн, айырыуса яратҡан йырҙарыбыҙҙы башҡарғандары өсөн рәхмәт”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мәнәгәз ауылы кешеһе Наил Шәймиев. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Сығанаҡ: https://rcntrb.com/ru/news/8603-v-tatyshlinskom-rajone-spetsialisty-avtokluba-predstavili-zritelyam-kontsertnuyu-programmu-melodii-oseni