10 сентябрҙә Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө — йылдың төп сәйәси ваҡиғаларының береһе башланды. Республика халҡы БР VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 110 депутат һайларға тейеш, уларҙың вәкәләттәре биш йыл дауам итәсәк. Республикала 2023 йылғы һайлауҙар ысын мәғәнәһендә күләмле буласаҡ - Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләүенсә, территориаль һайлау комиссиялары һәм участкалары һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша. Бөгөн “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Илона Макаренко журналистар алдында сығыш яһаны. Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, БР Үҙәк һайлау комиссияһынан тыш 69 территориаль һайлау комиссияһы һәм 3273 һайлау участкаһы йәлеп ителгән, уларҙың бер өлөшө һайлаусыларыбыҙҙың ваҡытлыса йәшәү урынында булдырылған. – Бөгөн сәғәт 7-лә республикала 3273 һайлау участкаһы асылды. Уларҙа 28 меңдән ашыу кеше эшләй. Әлеге ваҡытта тауыш биреү тыныс, эш режимында бара. Бөтә көн барышында шулай үтһен ти
Әлеге ваҡытта тауыш биреү тыныс, эш тәртибендә бара
10 сентября 202310 сен 2023
2 мин