Һуңғы арала көндәр ямғырлы тора. Күптәргә йонсоу һауа торошо оҡшамаһа ла, бәшмәкселәр ҡыуана, сөнки ямғырҙан һуң бәшмәк ҡалҡа! Әммә был шөғөл үҙенә күрә һаҡлыҡ та талап итә. - Тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә яңылыша! Шикләнһәң – өҙмә! Әгәр алдыңда ниндәй бәшмәк үҫеп ултырғанын белмәһәң, бик һирәк осраған төргә оҡшаһа ла, ҡырҡып алмауың хәйерле. - Урманға тәүге походтарға тәжрибәле бәшмәксе менән барырға тырышығыҙ. - Башта бәшмәктең көпшәле төрҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙың эшләпәһе аҫтындағы өлөшө губканы хәтерләтә. Бындай бәшмәктәр араһында ағыулылары һирәк осрай. Ундайҙарға ҡайын, уҫаҡ бәшмәге ҡарай. - Бәшмәктәр урманда ғына үҫә, тип уйламағыҙ. Бәшмәкле урындарҙың уйламаған ерҙә, мәҫәлән, ҙур булмаған ағаслыҡта ла булыуы ихтимал. Яҡтылыҡ һәйбәт төшкән, тәпәш үлән үҫкән урындарҙа бәшмәккә бай аҡландар йыш осрай. - Был эш өсөн иң ҡулай һауыт – кәрзин. Биҙрә һәм полиэтилен ҡапсыҡтар ярамай, сөнки уларға һауа инмәй һәм бәшмәктәр тиҙ боҙола. Бысаҡ менән файҙаланығыҙ: ҡырҡҡан саҡта бәшмәктең ҡ