Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлаусыларҙың ирекле ихтыярын тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатыны менән Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Берҙәм тауыш биреүҙә ҡатнашты. Үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң Константин Толкачев журналистар менән аралашты. Республика парламенты спикеры һайлау кампанияһының “теүәл, дөрөҫ” үтеүен билдәләне һәм һайлауҙар тамамланғанға тиклем бер ниндәй ҙә боҙоуҙар булмаясағына өмөт белдерҙе. – Һайлауҙар тәүге тапҡыр махсус хәрби операция шарттарында, ауыр осорҙа үткәрелә. Моғайын, шуға күрә һайлау алды кампанияһы ярайһы уҡ дөрөҫ алып барылғандыр. Бер генә етди боҙоу ҙа теркәлмәне. Партия-ара көрәш тә тыныс үтә. Ете партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашыуҙары тураһында белдерҙе. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда урындағы власть органдарына – ауыл һәм ҡасаба Советтарына һайлау үткәрелә. Бөтәһе 777 һайлау кампанияһы үтә. Һайлау яҡшы һәм конструктив шарттарҙа бара. Һайлауҙар тамамланғансы закон боҙоуҙар булмаҫ, тип ышанабыҙ. Һайлаусыларҙың ирекле ихтыярын тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, – тине Константин Толкачев. Фото һәм сығанағы: Башинформ.