Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек организмдың, тимәк, тиренең дә ҡартайтыуын тиҙләтә. Йәшлекте һаҡлайым тиһәгеҙ, туҡланыуҙы яйға һалырға, сәләмәт тормош алып барырға, етәрлек күләмдә һыу эсергә кәрәк. Ҡәһүә. Составында антиоксиданттар бар – әҙ күләмдә файҙалы. Ә уны йыш эсергә яратыусыларға борсолорға урын бар. Ҡәһүәне күп ҡулланғанда организмда һыуға ҡытлыҡ тыуа. Был инде тирегә емергес тәьҫир итә: һырҙар барлыҡҡа килә, төҫө тоноҡлана. Шәкәр. Татлы аҙыҡты күп ҡулланғанда өлгөргән тирегә һытҡы сыға, ул тирене йәмһеҙләй, ҡартайта. Шуның өсөн шәкәр ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Уның урынын файҙалы емеш-еләк менән тулыландырыу отошло. Эшкәртелгән (колбаса, сосиска, тиҙ бешә торған лапша һ.б.), ҡыҙҙырылған аҙыҡ яратыусыларҙың да тиреһе менән проблема башлана. Фото: novoyefoto.ru