Бөгөн, 10 сентябрь, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим көн - Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай. Төбәк биләмәһендә һайлау процесын ойоштороу менән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы шөғөлләнә. Бөгөн - Берҙәм тауыш биреү көнөндә 3 мең 273 стационар һайлау участкаһы, һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында (дауаханаларҙа, СИЗО-ларҙа, шифаханаларҙа, тимер юл вокзалында) ҡырҡ һайлау участкаһы эшләй. Республикала махсус трафареттар һәм ҙур шрифт менән эшләнгән мәғлүмәт материалдарын файҙаланып, күреү һәләте буйынса инвалидтарға тауыш биреү өсөн биш һайлау участкаһы билдәләнгән: Өфөлә - ике участка, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Бәләбәйҙә – берәр. Төбәктә алты исемле һайлау участкаһы бар. Улар дәүләт һәм хәрби эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары булған кешеләрҙең исемдәрен йөрөтә. Әбйәлил, Бәләбәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәсе