Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт иткән беҙҙең медицина бригадаһы һуңғы көндәрҙә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре янына барҙы. Улар өс көн эсендә 98 яугирҙең һаулығын тикшерҙе. Яугирҙәр яңы ғына алғы һыҙыҡтан сыҡҡан, шуға күрә уларҙың ҡайһы берҙәренә ярсыҡтарҙан һуң яраларҙы хирургик эшкәртеү һәм ят есемдәрҙе алып ташлау талап ителде. Табиптар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡарап ҡына ҡалманы, ә алған яраларын дауалауға һәм тергеҙеүгә лә иғтибар бүлде. Медицина бригадаһы күрһәткән хеҙмәт һәм тоғролоҡ һоҡланыуға һәм танылыуға лайыҡ. Улар хәрбиҙәребеҙҙе яҡлау һәм уларға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Фотолар Максим Забелин сәхифәһенән алынды
Башҡортостан табиптары хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итә
28 августа 202328 авг 2023
~1 мин