Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған Башҡортостан көндәрендә беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, боронғо әйберҙәребеҙ күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Балалар ҙа битараф ҡалмаған. Ошо хаҡта Белорет районының Шығай ауылынан сарала ҡатнашҡан Сәғирә Шәрәфетдинова ла бик фәһемле мәғлүмәт уртаҡлашты: "Күңеле һыуҙай пак ошо малай беҙҙең тирмә буйлап оҙаҡ сәйәхәт ҡылды. Һәр экспонат менән ҡыҙыҡһынды. Инде сығыр мәл еткәс, был миңә ҡарап: "Минең фамилия ла башҡортса шикелле ул", - ти. - Фамилияң нисек һуң? - тим. - Семиреченцев! - тип яуап бирмәһенме малайым. Бәләкәстең тамырҙарында башҡорт ҡаны ла ағыуы ихтимал. Кем белә..." Фото Сәғирә Шәрәфетдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.