Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына киносубсидия алыу өсөн ғариза биреү хәҙер күпкә еңелләште. Бының өсөн Мәскәүгә барып тороу кәрәкмәй, тәғәйен документтарҙы йыйып, электрон вариантта «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында «Дәүләт субсидиялары һәм гранттары» бүлеге аша ебәреп була. Был, ваҡытты экономиялау менән бергә, төбәктәге кино авторҙарына федераль бюджеттан субсидия алыу мөмкинлеген киңәйтә. Башҡортостанда шулай уҡ кинематография өлкәһендә проекттарға ярҙам гранттары конкурсы дауам итә. Ғаризалар 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Республика Башлығы Р. Хәбиров ҡушыуы буйынса республика Башлығы гранттар фонды 50 миллион һум тәшкил итә. Конкурс шарттары менән ентеклерәк респубика Башлығы гранттары сайтында танышырға була. Фото pixabay.com