Бөгөн, 28 августа, киске сәғәт биштә Нуриман районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы фажиғәле тамамланған. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө - Иглин - Красная Горка-Павловка автомобиль юлының 82-се километрында водителдең идараны юғалтыуы һөҙөмтәһендә "Шакман" йөк автомобиле ауған. Мәғлүм булыуынса, йөк автомобиленең водителе лә, бәлиғ булмаған пассажиры ла ваҡиға урынында һәләк булған. Авария урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Был урынды башҡа автомобилдәргә урап үтергә мөмкин. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Һеҙҙең яуаплылыҡ кеше ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ. Фото: ЮХХДИ идаралығынан.