Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң оло ҡатнашыусыға – 85 йәш

Тиҙҙән, 3 сентябрҙә, баш ҡалабыҙҙа Өфө халыҡ-ара марафон ойошторола. Сараға алты мең спортсы, йүгерергә яратыусылар, скандинавса йөрөш, роллер спорты менән мауығыусылар йыйыласаҡ. Ике, биш, 10, 21.1, 42.2 километр арауыҡта үҙ көсөн һынағандарҙы, балалар старттарында ҡатнашҡандарҙы төрлө бүләктәр көтә. Бөгөн быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған Өфө халыҡ-ара марафонына арналған матбуғат сараһында һүҙ ошо һәм башҡалар хаҡында барҙы. Сарала ҡатнашҡандарҙы - фирмалы футболка, иҫтәлекле миҙал, ә иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә. Шуға халыҡ-ара марафонда ҡатнашығыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һынағыҙ. #БегуПомогу хәйриә акцияһына ярашлы, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре теләгән тиҙлек менән йүгерергә һәм Өфөләге хәйриә фондтарына ярҙам итергә мөмкин. “Сделай!” фандрайзинг платформаһы булышлығында хеҙмәттәшлек итеү йылдарында 4,5 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Әлегә быйыл сарала ҡатнашыусылар “Өфө хосписы”, “Мәрхәмәт” һәм башҡа Өфө фондтарына 805 мең һумдан ашыу аҡса күсергән. - Өфө халыҡ-ара марафоны – өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан сараларының береһе. Туғыҙынсы тапҡыр Рәсәйҙәге иң уңайлы трассаларҙың береһенән һәм баш ҡаланың тарихи үҙәге буйлап йүгерергә тәҡдим итәбеҙ, - тине Өфө халыҡ-ара марафоны директоры Дмитрий Бабин. Әлегә сарала теркәлгәндәрҙең иң бәләкәсенә – бер, иң олоһона – 85 йәш. Һеҙ ҙә саранан ситтә ҡалмағыҙ, ҡушылығыҙ! Автор фотолары.