Был ялдарҙа Өфөләге Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе легендар дивизия командирының һәйкәленә сәскә һалды, “Геройҙар ваҡыты” патриотик йыр конкурсы еңеүселәрен ҡотланы, “Ватан” ирекле отряды хәрбиҙәренә Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Радий Хәбиров Ватан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың ролен айырым билдәп, яңылыҡ тураһында хәбәр итте. Бынан ары һәйкәл янында почетлы ҡарауыл торасаҡ. Һәр шәмбе, һауа торошона ҡарамаҫтан, яҙ һәм йәй, көҙ һәм ҡыш көнө генерал Шайморатов һәйкәле янында почетлы ҡарауыл була. Беренселәрҙән булып был хоҡуҡты иң яҡшы йәш армеецтар алды. Часовойҙар йәйгеһен – киске сәғәт 7-нән 9-ға, ҡышын сәғәт 12-нән 1-се яртыға тиклем хәтер вахтаһы алып барасаҡ. Фото: "Башинформ".