Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сабыйҙар тыуырға тейеш!

Йыл һайын Ер шарында меңләгән бала яҡты донъяға килмәйенсә һәләк була. Уларҙың йәшәүгә хоҡуғын иң яҡын кешеләре, аборт эшләп, тартып ала. Йыш ҡына бындай аяныслы хәлгә әсә үҙе генә түгел, яҡындары сәбәпсе була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар терәк-таяныс булмай буласаҡ әсәгә. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, аборттарҙың 70 проценты медицина күрһәткестәре буйынса түгел, ә ҡатындың ризалығы буйынса ғына эшләнә. Тик бына уның эҙемтәләре эҙһеҙ генә үтәме икән?.. Аборт тураһында төрлө фекерҙәр ишетергә мөмкин. Тик барыһы ла был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтәме? Ҡатындарҙың быға ҡарата фекере нисек? Ирҙәрҙе был проблема урап үтә аламы? Һорауҙар бик күп... Ҡатындың тормошонда бына ошондай ҙур фажиғәнең булыуы хаҡында эргә-тирәләгеләр хатта күҙ алдына ла килтермәйҙер: тышҡы тыныслыҡ һәм именлек ауыр ҡайғы-уйланыуҙарҙы йәшергән битлек кенә булырға мөмкин. Ә сабыйҙар тыуырға, яҡты донъяла йәшәргә тейеш! Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине... “Аборт” һүҙе үҙе үк күптәрҙә ытырғандырғыс тыуҙыра. Ә уны эшләткән ҡатынды ниндәй уйҙар йөҙәтә һуң? Ниңә ул тап ошо аҙымды һайлаған? Ниңә башҡа ғүмер юлы табылмаған? Бына ошондай ауыр уй-кисерештәр ҡатынды апатияға килтерә, уның иммунитеты ҡаҡшай, шуға төрлө сирҙәр һағалай башлай. Ошо хаҡта табиптар, белгестәр белдерә. Ә бынан тыш ошо аҙым арҡаһында башҡаса ауырға ҡалмау, сабыйҙың ваҡытынан алда етлекмәй тыуыуы, ғүмерлеккә әсәлек бәхетен татыуҙан мәхрүм ҡалыу... Нисек тә булһа ошо проблемаларҙан ҡотолоу өсөн ҡатын башкөллө эшкә сумырға, башҡалар ҡайғы-мәшәҡәттәрен хәл итергә тырыша. Ә барыбер уның күңел төбөндәге әсе уйланыуҙар бәхетле томошҡа юлды “кимерә”, юҡҡа сығара... Һәр ҡатындың был донъялағы төп бурысы, тәғәйенләнеше - әсә булыу. Әсәлек бәхетенән дә олораҡ шатлыҡ-ҡыуаныс бармы икән?! Юҡ, әлбиттә. Шуға ваҡытында үҙен ошо бәхеттән мәхрүм итеп, абортҡа барғандар үҙҙәрен ғүмерлек күңел һыҙланыуҙарына дусар итә. Психологтар белдереүенсә, һәр ваҡытта ла был уй-кисерештәр онотолмай икән, киреһенсә, ҡай саҡ улар көслө эмоциялар булып яңынан һәм даими ҡалҡыусан, ғүмере буйы кешене эҙәрлекләүсән икән. Шулай итеп, психологтар аборттан һуңғы төп билдәләрҙе күрһәтә. Бына улар: * Ғәйеп менән бергә депрессия; * Эргә-тирәләгеләргә үпкәләү һәм тыумаған бала хаҡында уйланып ҡайғырыу, артабан ошо хистең агрессияға әйләнеү ихтималлығы; * Кешеләге башҡа үҙгәрештәр. Шуға был аҙымға барыр алдынан әллә күпме уйланырға кәрәк, сөнки сабыйҙың яҡты донъяға тыуыуы – ҡабатланмаҫ бер күренеш! Өҫтәүенә, кеше ғүмеренән дә ҡәҙерле нәмә юҡ. Фото: "Башинформ".