Йылайыр районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес шәрифе Михаил Люляев белдереүенсә, Йылайыр районында юл буйы сервисын үҫтереү буйынса ҙур проектты урындағы эшҡыуар Тәлғәт Балтабаев уңышлы тормошҡа ашырған. Бында «Алтын ҡулса» комплексы барлыҡҡа килгән. Ул 60 урынлыҡ кафе, ҡунаҡхана, шиномонтаж оҫтаханаһы һәм автойыуыу бүлмәһен үҙ эсенә ала. Эшҡыуар ярҙам һорап Йылайыр районы хакимиәтенә 10 миллион һум үҙ аҡсаһын һалыу менән инвестиция проектын тәҡдим иткән. Муниципалитет комплекс менән күрше ер участкаһын бүлгән, унда әлеге ваҡытта эшҡыуар төҙөлөш эштәре алып бара. Комплекс бер нисә төбәк трассаһын үткән биләмәлә урынлашҡан. Сәйәхәтселәр өсөн уңайлы урын һәм инфраструктураның булыуы күберәк килеүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Шуға күрә бизнесмен тағы бер ҡунаҡхана төҙөргә ҡарар иткән. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан