Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы тарафынан ведомство ҡарамағындағы учреждениелар менән видеобәйләнеш форматында планлы урман хужалығы эштәрен башҡарыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрелде. Был саралар "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ойошторолған. Урмандарҙы ҡарау мәсьәләһе элеккесә республика урмансылары өсөн төп тема булып ҡала. Быйыл был сараларҙы үткәреү өсөн дәүләт заданиеһын үтәү сиктәрендә 11,3 мең гектарҙан ашыуыраҡ майҙанда эштәр планлаштырылған. Был йүнәлештә Инйәр, Салауат һәм Яңауыл урман хужалыҡтары һәйбәт темптар менән эшләй. Кәңәшмә сиктәрендә санитар-һауыҡтырыу сараларын үткәреү мәсьәләһе айырым тема булып торҙо, улар ағымдағы йылда төбәк биләмәһендә 5,6 мең гектарҙан ашыу майҙанда планлаштырылғайны. Кәңәшмәне үткәреүсе урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов билдәләүенсә, план күләмдәрен үтәү ваҡыты булһа ла, ведомство ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә көҙгө-ҡышҡы осорҙоң яҡынлашыуы менән бәйле эштәрҙе башҡарыу темптарын тиҙләтергә кәрәк. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы